+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
10 Июль 2022, 06:25

Бик бәхетле булһын балалар!

 

Әсәй һөйһөн бәпләп, атай һөйһөн,

Тик йылмайып уға бағайыҡ.

Ғүмерҙәрҙең иң саф мәле бит ул,

Иң бәхетле осор – балалыҡ.
 

Үҫһен бала, улым, ҡыҙым үҫһен,

Ғаилә бәхете – сабый тауышы.

Иң моңло йыр бишек йыры булыр,

Бәпес тауышы ҡыуа һағышты.
 

Тик бала саҡ – мәңгелек тә түгел,

Һағынып та ҡайтып булмай шул.

Бөгөн – сабый, иртәгә һин − өлкән,

Ваҡыт аға, елеп туймай ул.
 

Ғәмһеҙ саҡтар, уйнап туймаҫ саҡтар

Онотолмаҫ булып ҡалалар.

Әсәй һөйөп баҡһын, атай һөйһөн −

Бик бәхетле булһын балалар.

А. ИШЕМҒОЛОВА.

Фотола: "Йәншишмә" гәзитенең элекке йәш хәбәрсеһе Айгөл Юнысова-Йосопова улы Арыҫлан менән.

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас