Етте еләкле йәйҙәрем!
Бал еҫтәре ян-яҡта.
Ҡояш нуры менән ямғыр
Йәйғор төҙөгән саҡтар!
Ҡоштар моңо оноттора
Донъя мәшәҡәттәрен,
Һыу буйҙары гөрләп тора...
Эх, йәйҙең рәхәттәре!
Сәкинә ТОТМАНОВА.