+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
13 Июль 2022, 05:25

Туған телем

 

Рәхмәтлемен атай-әсәйемә

Өйрәткәнгә туған телемде.

Әлифбамдың битен аса-аса,

Башлап алдым тәүге ғилемде.

 
Хыял-уйҙарымда, йырҙарымда,

Әсәм теле минең аңымда.

Уның аша күскән холоҡ-фиғел:

Башҡортлоғом аға ҡанымда!

 
Балаларым тыуҙы башҡорт булып,

Милләт рухым күсте уларға.

Телем йәшәй, тимәк, ерем дә бар,

Һауам да бар әле һуларға.

 
Мәңге йәшә, йәшнә туған телем!

Үлемһеҙ бул - ошо теләгем!

Саф башҡортса, өләсәй, тип, ана,

Йүгереп йөрөй янда ейәнем...
 

Минира БИКӘНӘСОВА.

Фото: infourok.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас