

Уйнарға сыҡты Ерән,
Әтәс тап булды иртән.
– Оҙон елән кейгәнһең,
Ҡайҙа йөрөп килгәнһең?
Ҡалай матур итегең,
Ҡусҡар биҙәк ситегең?
Күргәнем юҡ, китсәле,
Байығанһың, ҡуйсәле!
Ҡуҡ(ы)райып китте Әтәс,
– Мин бит бейеүсе Ғәббәс!
Бейеп алдым «Байыҡ»та,
Эш түгелсе байлыҡта.
Бейегәйнем «Еҙ үксә»,
Гран-при бирҙеләр кисә.
– Ой-ой! Күрһәт үксәһен,
Күренмәй бит һуң еҙе?
Күпме икән үлсәме,
Хатта беленмәй эҙе!
Хәйләкәргә ситекте
Систе лә бирҙе Әтәс,
Төлкө алып итекте
Кейҙе Өфөгә еткәс.
«Ҡайҙа? – ти, – Ҡайҙа сәхнә?»
«Сәхнә, – ти, – булһын сәхрә!»
«Һәммәгеҙ, – ти был Ерән, –
Минән бейергә өйрән!»
– Һәтес-һәтес-һәтес тә,
Әтәс – тышта, мин – эстә.
«Һәтес-һәтес-һәтес тә»,
Бейей белмәй ул һис тә!
Улай баҫып та ҡарай,
Былай баҫып та ҡарай,
Хатта ҡупшы ҡойроғон
Тартып, борғослап ҡарай.
Әйләнеп, ҡолап китте,
Жюри быға «ах!» итте.
Асылып китте ишек,
Ишетмәгәнең ишет,
Күрмәгәнең күр инде...
Ҡыҙыл Әтәс күренде.
Буй-һыны әрмейский,
Бейей, әй, хәтәрский!
Әтәс түгел, ут инде,
Әллә генерал инде?!
Әйтте ул, ҡыҫып күҙен:
– Ҡаҡҡанһың үксә еҙен!..
Туҡтап, янаны бармаҡ:
Тыңлауһыҙ, иҫәр ҡараҡ!
Бейей белмәйһең, көлкө,
Оятһыҙһың, һин, Төлкө!
Хәйлә еңеүсе түгел,
Яуланмай уңыш еңел,
Дан яулана хеҙмәттә,
Шул саҡ булыр хөрмәт тә.
Зөһрә БӘШӘРОВА.
Әбйәлил районы, Теләш ауылы.