+28 °С
Облачно
VKOKTelegram
Шиғырҙар
19 Июля 2022, 06:35

Күңелле мәл

 

Бал ҡорто кеүек һыҙғанып,

Эшләй бөгөн һәр кеше.

Тирә-яҡҡа хуш еҫ бөркөп,

Таралған бесән еҫе.

 

Гөрләп тора болон-ҡырҙар,

Сыңлай салғы тауышы.

Йөрәктәргә илһам бирә

Гүзәл йәйҙең балҡышы.

 

Йырсы ҡоштарҙың һайрауы

Сиртә күңел ҡылдарын.

Бейеп йөрөй сиңерткәләр,

Тыңлап салғы сыңдарын.

Юлиә ӘХМӘТЙӘНОВА.

Фото: yandex.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас