+10 °С
Облачно
VKOKTelegram
Шиғырҙар
21 Июля 2022, 07:35

Сәхрәлә

 

Ҡолонсаҡтай, эй, сабамын

Йәшел үлән өҫтөнән.

Күҙ ҡамаша аллы-гөллө

Сәскәләрҙең төҫөнән.

 

Ҡанатланғандай талпынам,

Яратам иркенлекте!

Һоҡланып туймаҫ сәхрәлә

Йүгереп хәлем бөттө.

 

Шунан бер аҙ туҡтап торам,

Ял итәйем әҙерәк.

Белмәй әйтмәгәндер халыҡ:

"Батырға ла ял кәрәк".

 

Унан тағы уйнай-көлә

Сабамын ҡолонсаҡтай.

Ҡурҡмағыҙ, аҙашмам, мине

Ҡояшҡай үҙе һаҡлай.

Зарина БАҒЫШАЕВА.

Фото: foto.my

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас