+15 °С
Ясно
VKOKTelegram
Шиғырҙар
22 Июля 2022, 05:20

Бесән ваҡыты етте

 

Йәйҙәрҙең иң ҡыҙыу мәле –

Бесән ваҡыты етте.

Сапҡыс таҡҡан тракторҙар

Яландарҙы бер итте.

 

Бер аҙ кипкән бесәндәрҙе

Яҫмаларға һалдылар,

Күп көттөрмәй уларын да

Төккә төрөп алдылар.

 

Әҙер төктән бейек итеп

Кәбән өйөп ҡуйҙылар.

Кәбәндәр сабырлыҡ менән

Ҡышты көтөп ҡалдылар.

 

...Эй, замана! Бына рәхәт!

Онотолдо салғылар,

Һәнәк менән тырмалар ҙа

Хаҡлы ялға сыҡтылар.

 

Элек бесәнде әҙерләү

Айға һуҙыла ине,

Ялан-ҡырҙар күскә оҡшап

Гөж килеп тора ине.

 
Олоһо ла, кесеһе лә

Шунда ағылыр ине,

Иртә таңдан кискә тиклем

Бергә эшләрҙәр ине.

 
Эш өҫтөндә тыуа ине

Шаян, дәртле таҡмаҡтар.

Ҡыҙыҡ-мәҙәк һөйләй торғас,

Тороп ҡала лаҡаптар.

 
Кире ҡайтмаҫ, үтте инде

Ошо күңелле саҡтар.

Кисерештәр яңырһын, тип

Өлкән йәштәге кешеләр

Хәтер һандығын байҡар.

Люциә ФАЗЛИӘХМӘТОВА.

Миәкә районы, Күл-Ҡуңҡаҫ ауылы.

Фото: imgur.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас