+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Шиғырҙар
23 Июля 2022, 05:40

Йәй уртаһы

 

Йәй уртаһы, йәнгә рәхәт осор,

Гөл-сәскәгә сумған урман-ҡырым,

Тормош ҡайнай барса тирә-яҡта,

Һағыштарға юҡ күңелдә урын.

 

Тәбиғәттең шундай гүзәл мәле,

Йүкәләрҙән һығылып бал тама,

Мең төрлө хуш еҫле сәскәләрҙән.

Тирә-яҡҡа бер нур тарала.

 

Тәбиғәттең шундай йомарт мәле,

Уңыштарҙан табын һығыла,

Ошо сихри гүзәллекте күреп,

Күңелдәрҙә бер йыр урғыла.

 

Г. ВАҺАПОВА.

Фото: myseldon.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас