

Мине бында яраталар,
Мине бында көтәләр,
Оҙаҡ-оҙаҡ уйнап китһәм,
Борсолошоп бөтәләр.
Беҙ бөтәбеҙ бергә - "беҙ",
Шуға күрә бергәбеҙ.
Шатлыҡ, бәхет менән үҫеп,
Бергә-бергә берегәбеҙ.
Ғаиләнең усағы -
Атам-әсәм ҡосағы!
Фотола: Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе Зөһрә һәм Илназ Байморатовтар балалары Илһам, Әминә менән.