

Ниндәй матур һөйләй башҡорт,
Тыңлағыҙ әле!
Ниҙәр әйтәһе килгәнен
Аңлағыҙ әле.
Халыҡ юҡҡа сығыр, әгәр
Телде белмәһә;
Ғөрөф – ғәҙәттәр юғалыр,
Йырҙы һөймәһә.
Әсәм теле – ҡоштар теле,
Һин уны ярат!
Ҡоштар кеүек һайрай-һайрай
Илемә тарат!
Зәйтунә ХӘЙРУЛЛИНА.
Фото: userapi.com