+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Шиғырҙар
27 Июля 2022, 05:20

Тыуған яғымда

 

Йәйҙәр еткәс, ял итергә күптәр,

Ашығалар диңгеҙ буйына.

Ә мин, эштәремде ситкә ҡуйып,

Тыуған яҡҡа ҡайтып һыйынам.
 

Йәмле Димкәйемдә һыуҙа йөҙөп,

Ярҙарында уның ҡыҙынам.

Йылы яҡтың түгел, тыуған яҡтың,

Ҡояшы ла бигерәк ҡыҙҙыра.
 

Ялдар етһә, ҡалаларҙан бында

Ял итергә килә күп халыҡ.

Балыҡ тотоп, һыуында ҡойоноп,

Урман-ҡырҙа йөрөй таң ҡалып .
 

Һалҡын шишмә һыуын эсеп, һәр кем

Хайран ҡала уның тәменә.

Шифалы ла шишмә һыуҙарынан

Дауа алып китә тәненә.
 

Бер килгәндәр йыл да килә бында,

Беҙҙең яҡты тағы үҙ итеп.

Емештәрен йыйып, тауға менеп,

Матурлыҡҡа иҫтәре китеп.
 

Йәйҙәр еткәс, ял итергә күптәр

Юл алалар диңгеҙ буйына.

Тыуған яҡтарымда ялдар итәм,

Гүзәл тәбиғәт ҡуйынында.

 
Зәһүрә ӘБЕЛКАРАМОВА-КИРӘЕВА.

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Тыуған яғымда
Тыуған яғымда
Тыуған яғымда
Тыуған яғымда
Тыуған яғымда
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас