+19 °С
Болотло
VKOKTelegram
Шиғырҙар
28 Июль 2022, 11:40

Бесәндә

БесәндәБесәндә
Бесәндә

 

Аяҙ көн. Ҡояш ҡыҙҙыра,

Беҙҙә бик ҡыҙыу ваҡыт.

Ҡулдарҙа уйнай салғылар,

Сабабыҙ беҙ ҡырт та ҡырт.

 

Ике бакуй, унан дүртәү,

Бер аҙҙан йөҙгә тула.

Шулай итеп саба торғас,

Бер ялан әҙер була.

 

Унан инде сәй эсәбеҙ,

Үләнле урман сәйе.

Был сәйҙе эскән кешенең

Шәп булалыр хәлкәйе.

 

Кискә хәтле бесән сапҡас,

Эште беҙ туҡтатабыҙ.

Йылдар имен килһен, тиеп

Теләк теләп ҡайтабыҙ!

  

А. ТОЛОМҒУЖИН.

Фото: rbsmi.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас