

Йәшеллектә
Һары ҡалҡа тимгел-тимгел.
Монарланған офоҡ үтә
Әллә ниҙәр тоя күңел.
Йәй уртаһы.
Ҡуйы эңер
Ана ауам тигән кистә
Моңһоулана болон йөҙө,
Кәбәндәргә күсә төҫтәр.
Тиҙҙән, тиҙҙән бойоҡ ергә
Тәүге һары япраҡ ҡуныр.
Һәм борсолоп әллә ниңә
Йөрәк тағы яныр, яныр...
Фото: yandex.net