

Июль. Иң матур ай хөкөм һөрә,
Сәскәләргә күмеп еремде.
Бындай гүзәллекте ҡайҙан алдың -
Әйтмәҫһеңме, июль, сереңде?!
Июль, эҫеләрең тәнгә шифа,
Йылы төндәр, йылы кистәрең...
Эй, еркәйем, эй, һин, июль айы!
Эстәремә һыймай хистәрем.
Июль. Бесән еҫе - һауаларҙа,
Ниндәй еҫтәр уға тиң икән!
Сабынлыҡтар тулып эшләй халыҡ,
Сәхрә яратмаған кем икән?
Июль. Еләктәрең күптән беште,
Туғайҙарҙа ята түшәлеп,
Килегеҙ, тип саҡыралар төҫлө
Сауҡалыҡтар менән бешәлек.
Июль.Аҙағың да яҡынлаша.
Иҫән-һау булайыҡ йәренгә,
Шөкөрҙәрҙе мең ҡат әйтә-әйтә,
Шыбырлайҙар беҙҙең ирендәр.
Флүрә МАЛИКОВА.