

Һаумы, август! Һинең менән ҡабат
Осрашабыҙ ваҡыт юлында.
Уйлайһыңдыр: "Тағын иҫәнләшә...
Ни бар икән бының уйында?"
Бер ҙә ҡурҡма, август!Беҙҙең мутлыҡ
Аҙашып ҡалды апрель-майҙарҙа.
Эйәрмәксе ине... Аймылыштыҡ...
Йөрөй икән бахыр ҡайҙарҙа?
Ә һин, август, олпат һәм мәһабәт!
(Юҡҡамы һин батша исемле?!)
Йылы һәм һалҡының - сама менән:
Үлсәүҙәргә һалған шикелле.
Байлыҡ ҡыҙғанмайһың - бүлешәһең.
Балҡышыңдан күҙҙәр ҡамаша.
Беҙгә ни кәрәген һин беләһең:
Икмәк булһын! Һәм дә тамаша!..
Һинең янда ҡайҙа ул шаярыу?
Килә батшабикә булаһы!
Илдә булмаһа ла - үҙ йәнемдә
Ғәҙел хакимлыҡтар ҡылаһы....
Һаумы, август!Һине тормошома
Остаз итеп әллә алаһы?..
Йылдар тәгәрмәсен әйләндереп,
Бараһы ла әле, бараһы...
Бараһы ла...Бер көн ҡалаһы...
Лилиә СӘҒИҘУЛЛИНА.
Фото: postimg.cc