+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
3 Август 2022, 05:15

Башҡортостан — тыуған төйәгем

  

Ҙур ғорурлыҡ тоям йөрәгемдә

Башҡортостан – тыуған төйәгем!

Үрләп етмәҫ бейек битләүҙәрен,

Иңләп йөҙөп сыҡмаҫ күлдәрен!

 

Ирәмәлен Ирәндектән бейек

Яҡтыгүлдән шифа Талҡаҫын

Аҡҡош күле – уйсан Асылыкүл

Матурлығын күреп туймаҫлыҡ!

 

Инсебикә ҡая таштарына

Сая ҡоралайҙай артылып,

Ағиҙелде оҙаҡ байҡап торҙом,

Ниндәй һауа – ниндәй хозурлыҡ!

 

Ҙур ғорурлыҡ тоям ошо ерҙә,

Йәшәйешкә алдым башланғыс.

Теүәл иман бирһен ине Хоҙай,

Минең өсөн үҙе ҡыуаныс!

Мәүлиҙә ИБРАҺИМОВА.

Фотола: Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылынан Илһам Байморатов.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас