+14 °С
Ясно
VKOKTelegram
Шиғырҙар
4 Августа 2022, 09:55

Еләктә

 

Иртүк таң менән тороп,

Ҡулға алып силәкте,

Киттем әле урманға,

Эҙләп йомарт еләкте.

 

Ә еләк шундай уңған,

Йыйып бөтөрөп булмай.

Өйгә ҡайтыу юҡ инде,

Силәгемде тултырмай.

 

Ҡоштар һайрауын тыңлап,

Һаман йыямын еләк. 

Сөнки йәй күстәнәсе - 

Ҡышҡа ҡайнатма кәрәк.

Зарина БАҒЫШАЕВА.

Фотола: Өфө малайы Булат Вәлиев.

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас