

Йәйге иртә, ыуыҙ ғына томан
Аҡ ҡайынҡайҙарға һарыла
Ә, улары хәс оялсан ҡыҙҙай,
Аҡ бөркәнсек итеп ябына.
Ерем йоҡлай йыһан ҡосағында,
Таңғы йоҡо шундай татлы шул.
Уҡ ҡаялы тауҙар һаҡта тора,
Мәңге алышынмаҫ һағауыл.
Шаян ел дә елпеүесен ҡуйып,
Иркәләнә урман ҡуйынында.
Иләһи бер тынлыҡ солғап алған,
Ишетелмәй шишмә сыңы ла.
Ҡайын япраҡтары шыбырҙашып
Бер-береһенә серен һөйләйҙәр.
Ысыҡ һыуын эсеп һандуғастар
Тауыштарын моңға көйләйҙәр.
Ҡояш ҡалҡа, наҙлы нурын һирпеп
Ер юлдашын һөйөп иркәләр.
Һәр саҡ шулай булһа ине тормош.
Тыныс булһа ине иртәләр.
Рима ИБРАҺИМОВА.
Фото: poembook.ru