+33 °С
Ясна
VKOKМакс
Шиғырҙар
9 Август 2022, 10:25

Әсәйҙе һайлап алмайҙар

Роберт МИҢНУЛЛИН

  

Әсәһен, бик теләһә лә,

Һайлап ала алмай кеше.

Әсәйҙәрҙе Хоҙай бирә,

Ул фәҡәт Хоҙай эше!

 

Әсә ул сит-ят була алмай, –

Ғәзиз генә була ала!

Беҙҙең өсөн ул – Илаһи,

Беҙҙең өсөн ул – Алла!

  

Әсәй ул ябай булалмай, –

Гүзәл генә була ала!

Әсәйеңә мөхәббәтле,

Мәрхәмәтле бул, Бала!

  

Әсәй күңеле, һай, һиҙгер –

Барыһын да белә бит ул...

Әсәйҙе һайлап алмайҙар –

Берҙән-бер генә бит ул!

  

Фото: www.tumenpro.ru

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас