

Күк сәскәләр күк төҫөндә,
Һары сәскә ҡояш кеүек.
Күл өҫтөндә тулҡынлана
Йәйғор төҫөн алған күбек.
Томбойоҡтар бәүеләләр
Хан ҡыҙылай сымылдыҡта.
Таңды уятырға ҡыймай
Тымып ҡалған бытбылдыҡ та.
Хәтфә балаҫ болондары,
Күлдәрендә ҡамыш-ҡыҙҙар
Һыу сәсрәтеп ҡойоналар,
Балауыҙҙай буй- һындары.
Эй,хозур мәл! Йәйге иртә,
Әйтерһең дә,ожмах инде.
Киреп асып ишектәрен
Саҡырып тора түргә үҙе.
Рима ИБРАҺИМОВА.
Фото: pomnim.com