

Йәшлек уҙа, тиеп зарланмайыҡ,
Уҙғандарҙы ғына барламайыҡ.
Ә һин тот та уны уҙҙырма,
Ғүмереңде юҡҡа туҙҙырма.
Ана, йәшлек бара йәнәшәңдә –
Бер хикмәт юҡ минең кәңәшемдә:
Һин йәшлекте алға сығарма,
Ҡыҙыу атла, тырыш сыҙарға.
Тының бөтөп, хәлдән тайҙың икән,
Дарман етмәй, бешеп яндың икән –
Үҙ-үҙеңде йәлләп заң һалма,
Йәшлек уҙҙы, тиеп зарланма.
Йәшлек менән һөйөү – ике ҡанат,
Йәш булайым тиһәң, янып ярат.
Мөхәббәттән генә яҙма һин –
Йәшлегең дә мәңге һаҡланыр!
Фото: culture.ru