+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
13 Август 2022, 07:10

Аҡ сәскә

Назар НӘЖМИ

  

Беҙ туғайҙа икәү инек,

Һин бер аҡ сәскә өҙҙөң.

"Һөйә... һөймәй..." - тип, шунда уҡ

Уны өҙгөләп бөттөң.
 

Күрҙем - шул ваҡыт аҡ сәскә

Ҡоро һабаҡҡа ҡалды,

Гүйә, уның матурлығы

Һинең ҡулыңда янды.
 

Әйттеме ул йөрәгемдең

Һөйгәнен, һөймәгәнен,

Ләкин аҡ сәскә урынына

Йәнемде өҙгөләнең.
 

Күп ышанма сәскәләргә,

Һин минең һөйгәнде бел.

Өҙгөләмә йөрәгемде,

Ул һиңә сәскә түгел...

 

Фото: cdn.ne

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас