+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
13 Август 2022, 05:00

Матурлыҡ

 

Ҡояшҡай таңдан уятып,

Сағылдыра күҙҙәрҙе.

Тирә-яҡта бөтә нәмә

Йәмгә тулды, үҙгәрҙе.

 

Тик йәшелдән кейенгәндәр

Ялан, туғай, урмандар.

"Һыйлы мәл", - тип турғайҙар ҙа

Оло табын ҡорғандар.

 

Винер МӨХӘМӘТЙӘНОВ.

Фото: pomnim.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас