

Донъям балҡып тора –
Ҡото бар,
Усағымдың дөрләр
Уты бар,
Йорт-ҡурамда малым –
Йәме бар,
Ашым бешеп тора –
Тәме бар.
Йөҙөм гелән көләс –
Нуры бар,
Күңелемдең тынмаҫ
Йыры бар.
Йөрәгемдең сикһеҙ
Наҙы бар:
Йәшәүемдең йәме –
Ҡыҙым бар!
Фирүзә АБДУЛЛИНА.
Фотола: Бәләбәй районынан Сәлимә Закирова ҡыҙы Ынйы менән.