

Эй йәй йылы, йәй йылы,
Уйнайбыҙ ҙа уйнайбыҙ.
Йылы йәйҙә рәхәтләнеп
Уйнап ҡына туймайбыҙ.
Эй йәй йылы, йәй йылы,
Һыу инәбеҙ ярышып.
Кем сума ла, кем ҡалҡа,
Алабыҙ тиҙ табышып.
Күңелле шул Инйәрҙә,
Балыҡ та күп был йәйҙә,
Тәмле булыр һурпаһы,
Ҡармағыңды һал тағы!
Эй йәй эҫе, йәй эҫе,
Ҡыҙындыҡ янып-бешеп.
Ҡояш рәсем төшөргән,
Арҡабыҙҙа - йәй төҫө!
Фото авторы: Фидәлиә КӘРИМОВА.