

Әкренәйеп йәй бишеге
Бик бәүелтмәй донъяны.
Ҡойолһа ла бешкән алма,
Бар ағаста ҡунғаны.
Сәбәләнмәй сиңерткә лә
Сиртә бирә ҡылдарын.
Белгерткәндәй алтын көҙгә
Унан алда йәй барын!
Зәңгәр күктә һаранланмай
Һибә ҡояш нурҙарын.
Наҙға күмеп йәйбикәнең
Сәскәлекәй урҙаһын!
Тойҙора һәр бер минуты
Йәйҙәрҙең тәмен, йәмен...
Етте август - күңелдәрҙең
Көләкәс кенә мәле!
Фото: dubrava.ru