

Әкиәт тиерһең инде
Сәскә тулы болондо.
Күбәләктәр осоп йөрөй,
Шунда борам юлымды.
Мин уларҙы тотам, тиһәм,
Һис кенә лә тоттормай.
Оса ла китә елпенеп,
Ҡасып китә, тик тормай.
Күбәләктәр - йәй биҙәге,
Осһондар болон буйлап.
Сәскәләрҙән һуттар эсһен,
Болон йырҙарын тыңлап...
Фото: pomnim.com