

Туған телем!
Һинең хаҡта бармы
Яҙмай ҡалған берәй шиғырсы?!
Һин бит беҙгә – мөғжизәләр иле,
Бар булмышың менән – сихырсы.
Сихырлайһың, арбап зиһендәрҙе,
Затлы һүҙҙәр, моңло өн менән.
Ҡанат алып һинән, күктә осам,
Ҡеүәт алып, текә үр менәм.
Һинең менән икәү әйтеп бирҙек
Һөйөү һүҙен иң шәп һылыуға.
Фатихаң бар бары изге эшкә,
Һин ҡаршыһың нахаҡ ҡылыуға.
Келәттәрең тулы һүҙ-хазина:
Алтын-көмөштәргә биргеһеҙ.
Күктә янған Аллаһ Ҡояшылай,
Нур сәсәһең беҙгә бер тигеҙ.
Яуыздарға һинән аяуҙар юҡ,
Ләғнәт яуа хаин, дошманға.
Башҡорт йырын әгәр яңғыратһаң,
Дер ҡалтырай түбән, ҡуштандар.
Һин асаһың миңә донъя серен,
Осо сыҡмаҫ уйҙар бирәһең.
Әсәйемдәй наҙлы, атамдай саф –
Атам-әсәм дә һин, күрәһең.
Һин олуғһың, сикһеҙ Йыһан төҫлө,
Мәңге шулай бөйөк булһаңсы.
Һин, диңгеҙгә, кескәй бер тамсылай,
Саф күңелем менән тулһамсы.
Фото: bashinform.ru