+16 °С
Дождь
VKOKTelegram
Шиғырҙар
19 Августа 2022, 11:55

Һаҡлағыҙ әсә йөрәген

 

Һаҡлағыҙ әсә йөрәген,

Буй еткергән балалар,

Былай ҙа бит унда күпме

Һеҙ белмәгән яра бар.

 

Ғүмер һикәлтәләрен дә

Үткән ул сабыр ғына,

Гел алға ҡуйып аҡылын

Балалары хаҡына.

 

Бирмәгәндер, бәлки, яҙмыш,

Теләгәнсә рәхәтен,

Һеҙҙе бәхетле итеүҙә,

Күргән ул үҙ бәхетен.

 

Тормош юлында һеҙҙең дә

Барҙыр төрлө сағығыҙ,

Әсәй ышығы булғанда,

Яҡлаулы һеҙ – барығыҙ.

 

Әсә күңелен имләрлек,

Шифаларын табығыҙ,

Бәлә түгел, мең рәхмәтле

Бала булып ҡалығыҙ!


Фәйрүзә ЕЙӘНБИРҘИНА.

Фото: funart.pr

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас