

Моң тирбәлә күктә елдәр менән,
Болоттарға аша һарылып.
Ҡайтауаздар булып кире ҡайта,
Күңелдәргә күсә йыр булып.
Моң һирпелә Ҡояш нуры менән,
Томан булып ябыла тауҙарға.
Урмандарға күсә шаңдау булып,
Ел тарата әллә ҡайҙарға.
Моң ағыла ярһып аҡҡан һыуҙа,
Илап-һыҡтап сайҡай ярҙарҙы.
Йыуып төшөрөргә теләгәндәй
Күңелдәге барса аһ-зарҙы.
Моң түгелә мөлдөрәмә тулып.
Йөрәктәрҙән ташып, сайпылып.
Ниндәй ҡөҙрәт бар һуң ябай моңда,
Хатта тауҙар тыңлай таң ҡалып.
Моң яғыла дауа,шифа булып
Яраланған йәнгә, йөрәккә.
Эйә була ала, тик моң ғына,
Шундай көскә, шундай ҡөҙрәткә.
Күпме ишетһәм дә тыңлап туймам
Милләтемдең моңло ҡурайын.
Быуындарҙан-быуындарға күсеп,
Күпме ҡитғаларҙы урай ул.
Ер-Әсәнең тупраҡ һутын алып
Үҫкәнгәме,моңло ҡурайым.
Ете мөғжизәнең береһе — һин.
Моң батшаһы — көпшә ҡурайым.
Рима ИБРАҺИМОВА.
Фото: pinimg.com