+4 °С
Облачно
VKOKМакс
Шиғырҙар
25 Августа 2022, 06:20

 

Тылсымлы, сихри гүзәл күл,

Һоҡландыра һәр кемде.

Һыуҙары саф, тәнгә шифа,

Наҙлай, нурлай күңелде.

 

Әй, Асылыкүл, әй, Асылыкүл,

Күлдәрҙең иң серлеһе.

Алыҫтарҙан балҡып тора,

Гүйә, ғаләм көҙгөһө.

 

Асылыкүл – әкиәт иле,

Еремдең йөҙөк ҡашы.

Диңгеҙ кеүек йәйрәп ята,

Ынйылай һәр бер ташы.

 

Асылыкүлде кемдәр күргән,

Һис онотмаҫ, һағыныр.

Матурлыҡҡа йәне тартып,

Килеп күрер тағы бер.

 

Фото: tripplanet.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас