Эй, бала саҡ, бала саҡ,
Бер ҡайғыһыҙ, ғәмһеҙ саҡ.
Ҡартатай-өләсәй янда,
Уйһыҙ һәм бәхетле саҡ.
Эй, бала саҡ, бала саҡ
Иркәле саҡ, наҙлы саҡ.
Шатлыҡтарҙан һауаларҙа
Ҡанатһыҙ ҙа “осҡан” саҡ.
Рәйлә НИЯЗОВА
Фото: Дилара Иҙелбаева.