+15 °С
Дождь
VKOKTelegram
Шиғырҙар
25 Августа 2022, 04:35

Тыуған яҡ

 

Тыуған яҡтың болондары

Нурҙан туҡылған микән!

Йәйғор төҫлө гөл-сәскәләр

Ер-һыу тултырған икән.

 

Бесән еҫе, салғы сыңы

Таңғы елдә тарала.

Бешкән еләк, бал тәмдәре

Аңҡып тора һауала.

 

Әллә ҡайҙа бараһы юҡ-

Үҙ ерем ожмах икән.

Ҡәҙерҙәрен белеп кенә

Мәңге йәшәһәң икән.

 

Кәрәк түгел хөрмәләре,

Йөҙөмө, банандары.

Шифалыраҡ үҙ еремдең

Муйылы, баландары.

 

Бер нейгә лә алыштырмам

Мәтрүшкәле сәйҙәрен.

Ҡыҫҡа булһа ла йәйҙәрем,

Рәхәтләнә йәндәрем.

Рима ИБРАҺИМОВА.

Фото: culture.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас