

Күбәләктәй леп-леп кенә
Эй, ҡыҙ балам!
Осорорға ҙур донъяға
Эй ҡыҙғанам.
Ҡанаттарың нәфис, наҙлы
Ҡупшы селтәр,
Тотоп алырға теләрҙәр
Һине күптәр.
Шатлыҡ-бәхеттең эҙләрһең
Ап-аҡтарын,
Көйөп кенә ҡуймаһындар
Ҡанаттарың.
Өҙөп-йолҡоп ырғытмаһын
Әсе елдәр,
Юлдаш булһын һиңә бер үк
Изге йәндәр.
Күбәләктәй леп-леп кенә
Эй ҡыҙ балам...
Бар ғаләмдән, һәр әҙәмдән
Эй ҡыҙғанам...
Фирүзә АБДУЛЛИНА.
Фотола: Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Гөлкәй Ҡыуатова ҡыҙы Эмилия менән.