

Француз килә, тиҙәр
Йә, әйтегеҙ:
Ҡәҙерлеме ғәзиз ерегеҙ?
– Кендек ҡаным тамған ерем – үгәй,–
Тийә алыр икән кемегеҙ?
Тик ҡунаҡты ҡаршы алып булмай
Тәмле икмәк, тәмле тоҙ менән.
Күңелемде асам нәфрәт булып,
Ишек асам ҡара йөҙ менән.
Саҡырылған ҡунаҡ – өйҙөң йәме,
Сөнки ҡуна ҡот һәм бәрәкәт.
Ә һин беҙгә нимә килтерәһең?
Күстәнәсең – ҡайғы, һәләкәт.
Йөрәгемде өтә рәнйеш кенәм,
Ҡарғышымды һалам усыма.
Эй, һин француз!
Ахыры бер ҡасан да
Әйләнмәҫһең яҡын дуҫыма.
Ҡунаҡҡа тип үҙең саҡырҙыҡмы?
Билбау тағып көтәм билемә.
Уҡ һәм һаҙаҡ ҡулға алмаҫ борон
Ҡала күрсе, зинһар, илеңдә!
Кәрәк икән, батман балын алып
Ҡунаҡҡа, тим, үҙебеҙ килербеҙ.
"Уралҡайым" йырын йырлай-йырлай
Ҡосаҡлашып балдай ирербеҙ.
Юҡ! Бармайбыҙ!
Илде һаҡлау кәрәк,
Ерҙе һаҡлау – изге аманат!
Үгәй түгел, ғәзиз әсәй бит ул,
Һис итмәбеҙ уға хыянат.
Ҡалҡан булып күтәрелә халҡым,
Бал булһа ла уның күңеле.
Эй, һин француз!
Ҡарғыш ала күрмә,
Тәҡдиреңә ҡуйыр түгелеп.
Тәҡдиреңә ҡуйыр түгелеп...
Фото: sun9-29.userapi.com