+11 °С
Дождь
VKOKTelegram
Шиғырҙар
30 Августа 2022, 09:20

Йылмайығыҙ, кешеләр!

 

Бәхетлеләр йылмая тип

Ышаналар кешеләр,

Юҡ, бәхетлеләр йылмаймай –

Йылмаялар көслөләр!

 

Белмәйҙәр шул башҡайынан

Ниндәй уйҙар аҡҡанын,

Йылмайғандың күңелендә

Ниндәй һағыш ятҡанын.

 
Һағыштарҙы һелкеп ташлап,

Киптереп ҡайғы йәшен,

Йәшәй улар бирешмәйсә,

Һөйөп башҡара эшен.

 

Йылмайһаң, еңелерәк, тип

Йәшәй бары көслөләр,

Яҡтыраҡ булыр донъялар –

Йылмайығыҙ, кешеләр!

Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Фото: proza.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас