

Ерҙең битен һорғолт һипкел алған –
Иртә килгән көҙҙөң билдәһе.
Көҙ ялҡыны ялмап бөтөп бара
Йәшел йәйҙең елбер итәген.
Шаҙраланған һыуҙың өҫтәрендә
Ваҡыт үҙе аға, ашығып.
Толом сулпыларын һыуға һибә
Ипкенгә лә ирер тал-сыбыҡ.
Бала көткән ҡатын ише генә –
Ерҙең битен һоро тут алған.
Һары йәшен түгеп йәйем илай –
Көҙ миҙгеле менән буталған...
Фото: vk.com