

Таңдың ҡараштары ҡатыланған,
Һалҡынайған һымаҡ аралар...
Юҡ, аралар түгел, былар бары
Йылы көндәр үтеп баралар.
Көҙ һулышын һиҙәм иртәләрҙә,
Иртәләрҙе ҡырау өшөтә.
Юҡ, өшөтмәй ҡырау, ул тик бары
Әсе емештәрен эш итә.
Һулый гөлдәр... һулый әллә күңел?..
Миҙгел түгел, китә хис үҙе...
Баҫып килгән көҙҙө борор ине
Әйтә алһа шул бер өс һүҙҙе...
Һәм тағы ла бына йәй уҙҙы...
Фото: photographers.ua/