

Йәмле йәйем балдаҡтарын сисеп
Юғалтма, тип, һалды усыма.
Осрашырбыҙ, тине, аҡ һәм ҡара
Көндәреңдең сыҡһаң осона.
Алмашына мин ҡулъяулыҡ бирҙем,
Күрешербеҙ, тиеп, майҙарҙа.
Бөгөндән мин - хыялыма табан,
Һинең юлың ята ҡайҙарҙа?
Көндән-көнгә яңы бөрө һалып
Мин атлармын тағы йәйҙәргә.
Әл дә киттең, ерҙе урап сығып
Офоғома сығып әйҙәргә.
Ҡулыңдағы хыял хыялмы ул,
Осҡанында матур ҡанат та.
Кисерәм тип ынтылыштар тәмен
Йәйҙәремә киттем ҡабаттан.
Фото: towardthemark.org