+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Шиғырҙар
5 Сентября 2022, 05:25

Ямғыр

 

Ямғыр, ямғыр ниңә илайһың һин?

Ниңә илайһың һин, ямғырым?

Һин илаған һайын ямғырҡайым

Һыҡтай минең дә бит күңелем...

 

Әллә миңә эйәрепме, илайһың һин?

Әллә йыуатырға теләйһең?

Миңә нисек ҡыйын икәнлеген

Әллә аңларға һин теләйһең?

 

Юҡ, ямғырым, миңә ҡыйынлығын

Һис берәүҙә аңлай алмаҫ ул.

Йөрәгемдең ҡырҡҡы ярылғанын

Һис бер кемдә күрә алмаҫ ул...

 

Һинең яуғаныңа ҡарайым да...

Батамын мин шундай уйҙарға,

Ямғыр тамсылары булып тамыр инем

Уның шундай матур күҙҙәргә.

 

Ҡойоп яуыр инем бөтә илгә

Ҡойор инем уның үҙенә...

Тамсыларым менән сәсен Һыйпап

Алып китер инем үҙемә.

Л. АҠСУРИНА.

Фото: pomnim.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас