+29 °С
Болотло
VKOKTelegram
Шиғырҙар
10 Сентябрь 2022, 09:55

Минең бала сағым

 

Ҡолон булып сабып уҙҙы...

Атайҙарҙың әйткән һүҙе

Үҙе ҙур һабаҡ булды.

Әсәйҙәр бешергән икмәк

Өйәмә табаҡ булды.

 

Ашағаныбыҙ хәләлдән,

Эскән һыуҙар аҡ булды.

Олатай – өләсәйҙәрҙең

Әйткән һүҙе хаҡ булды.

 

Өҫтә бер ҡат кейем булһа,

Беҙгә шул етә ине.

Ә урамда ғәжәп шаулы

Уйындар көтә ине...

 

Йәйҙәр етһә, тамаҡтар туҡ,

Емеш - еләк мул ине.

Тәғәмһеҙ һис ҡалдырмаған

Етеҙ аяҡ - ҡул ине.

 

Көндәр буйы һыуҙан ҡайтмай,

Өҫкә төрөп балаҡты,

Ғәжәп ғәҙел бүлә инек

Тотҡан һәр бер балыҡты...

 

Бәғзеләрҙең баҡсаһында

Алмалар бешә ине.

Сосораҡтар текмә аша

Һикереп төшә ине...

 

Беҙ үрмәләмәгән ағас,

Ҡалды микән ҡоймалар...

Конькиҙан да шәп шыуҙылар

Боҙҙай ҡатҡан быймалар...

 

Өләсәйем һөйөр ине:

– Эй, минең ҡолонсағым...

...Ҡолон булып сабып уҙҙы

Алдымдан бала сағым...

Фәнүзә БИКТИМЕРОВА – АҠЙОНДОҘ

 

Фото: Зөһрә Хәкимова.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас