+21 °С
Облачно
VKOKTelegram
Шиғырҙар
11 Сентября 2022, 06:00

Көҙ

Айһылыу Ғарифуллина

 

Ҡоңғорт һауа. Болот ауа –

Ямғыр яуа.

Сафлана ер. Дым һура ер –

Таҙа һауа.

Елләп тора. Япраҡ яуа –

Сыбар һауа.

Ҡорамалы түшәк булып

Ваҡыт ауа.

Асалы ҡыл күкте телер

Мөҙҙәт еткән.

Ҡараны аҡ итер сағы –

Ҡөҙрәт еткән.

Көҙ көҙ инде. Илап тора –

Көлөп тора.

Ҡояш ауы сыуаҡтарын

Һөҙөп тора.

Ошо мәлде күңелгенәм

Үҙ итәлер.

Япраҡ сәйләндәрен теҙеп

Һүҙ итәлер...

 

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас