

Бәрәкәтле тағы бер көҙ килде.
Килде гөрләп уҙыр туйҙар мәле,
Ҡыр ҡаҙҙары киткән күккә ҡарап
Хушлашыуҙар мәле, уйҙар мәле.
Һәр көҙ һайын бөртөк кенә йылым
Эйәреп китте ҡоштар төркөмөнә.
Ҡоштар ҡайтты яҙын. Әйләнмәне
Минең ғүмеремдең бер көнө лә.
Ҡайтмаһындар йылдар. Үкенмәйем.
Артта тороп ҡалды аһ-зарҙарым;
Ҡайтһалар ҙа йылдар, етмәҫ инде
Ҡабул итер өсөн көс-дарманым.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com