+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
13 Сентябрь 2022, 10:09

Ай менән әрепләшеү

Самат ҒӘБИҘУЛЛИН

 

Был шиғыр журналист, шағир Самат Ғәбиҙуллиндың «Шаңдаҡ» тигән китабынан.

 

Кисә төндә һанһыҙ йондоҙҙарға,

Айға ҡарап-ҡарап торҙом да,

Нимәгәлер йән көйгән саҡ ине,

Ҡарашымды ситкә борҙом да,

 

Әйтеп ҡуйҙым: «Эй, Ай, маҡтансыҡ һин,

Ғашиҡтарға юлдаш, йәнәһе.

Кәрәк саҡта һин юҡ,

Кәрәкмәҫтә

Арттан ҡалмай йөрөр шәүлә һин!

 

Ай йылмая, ти ҙә шағир халҡы,

Был да әле беҙгә икеле.

Йылмайғанға һин һис оҡшамайһың,

Йылмаялыр шағир күңеле».

 

Ә Ай әйтте, йәне көйҙө, ахыры:

«Эй, бисара, Әҙәм балаһы,

Тик үҙеңә кәрәккәнде күреп,

Тик күҙеңә эләккәнде күреп,

Күрмәгәндә бәлә һалаһың.

 

Ғашиҡмы һеҙ, юҡмы,

Минең өсөн

Барығыҙ ҙа бер тиң – сабыйҙар!

Уйлап ҡара,

Кем бар арағыҙҙа,

«Ғашиҡмын!» тип һөрән һалмай ғына,

Мәңге ғашиҡ булып ҡалырҙай,

 Хистәр ялҡынында янырҙай?»

 

– Һинме әллә ғашиҡ, йә әйт, кемгә?

– Ергә ғашиҡ,

Һеҙ ҙә унда бит!

Ғашиҡ булыу –

Әкиәт һатыу түгел,

 

Бар ғилләһе уның шунда бит!

Йылмайыуға килһәң,

Гел йылмайып

Торорға мин тиле түгел дә.

Барыһын күреп,

Янып-көйөп йөрөһәң,

Бик йылмайғың килмәҫ һинең дә.

 

– Барып күреп ҡайттылар бит инде,

Һалҡын таш һин, туң таш, билләһи!

Шуның менән

Хистәр тиһең тағы,

Яныу тураһында һөйләйһең.

 

– Беләм. Килгәйнеләр мәғдән эҙләп,

Йөрөнөләр шунда соҡсоноп.

Йәнәһе лә, тау-тау алтындарҙы

Ҡайтармаҫмы Ай, тип, тоттороп.

 

Булһа әгәр, һис йәлләмәҫ инем,

Ҡояштан бит алған нурҙы ла

Ергә бирәм бит мин,

Һеҙгә бирәм,

Төнөгөҙ булһын тимен нурлыраҡ.

 

– Һәләк нурлы инде!

Әйттем дәһә,

Кәрәк саҡта булмай эҙең дә.

Бөтә үлеш-һуйыш, вәхшилектәр

Төндә була. Ана, бөгөн дә...

 

Анау килгән болот араһына

Ҡасырға бит әҙер тораһың.

Төндә Ерҙе нурлы итәм мин, тип

Кемде ышандырмаҡ булаһың?

 

– Эй, бисара Әҙәм!

Һин һаман да

Ҡайыраһың тик үҙ яғыңды.

Ергә, һеҙгә изгелек итәйем тип

Мин нишләргә тейеш тағын да?

 

Беҙ бит – Йыһан есеме,

Мәңгелектән,

Сикһеҙ йыһан беҙҙең донъябыҙ.

Ер генә ул,

Һеҙҙең вәхшилекте

Күрһәтмәҫкә,

Белгертмәҫкә була,

Болотона баҫа оялып.

 

Анау килгән болот, тиһең инде,

Ул минеке түгел, һеҙҙеке.

Оялыр, ҡаплар нәмәм юҡ минең һис,

Булып китмә артыҡ белдекле.

 

Кем үлешә, кем һуғыша һуң ул?

Үҙегеҙ бит, эйе, үҙегеҙ.

Нәфсе ҡоло булып,

Ҡомһоҙланып,

Тонған инде тамам күҙегеҙ.

 

Миңә килеп донъя ҡормаҡ булып,

Хыялланып йөрөгән булдығыҙ.

Һеҙҙең затҡа миндә урын юҡ ул, –

Ерегеҙҙә татыу булығыҙ, –

Тине лә Ай,

Сумды болоттарға,

Мин торҙом да ҡалдым аңшайып.

Йәнем көйҙө: «Бөгөн ҡасһаң да һин,

Иртән тағы сығырһың аҡшайып,

Шунда һөйләшербеҙ...»

 

Фото: picsy.ru

Ай менән әрепләшеү
Ай менән әрепләшеү
Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас