

Сағыу төҫтәрен таратып,
Килеп етте Көҙ апай.
Ғорурланып һәм шатланып,
Ул Ер йөҙөнән атлай.
Көҙ апай уңған бигерәк,
Күп эштәрен бөтөргән.
Емештәр йыйырға кәрәк,
Улар инде өлгөргән.
Уның шул йомартлығына
Һоҡланып ҡарап торам.
Уңған, матур был миҙгелгә
Йыр итеп шиғыр ҡоям.
Зарина БАҒЫШАЕВА.
Фото: krot.info