-10 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
24 Сентябрь , 11:10

Көҙгө йыр

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА

 

Көҙ һарыһы йоҡҡан ағастарға –

Алас-йолас ҡына үҙҙәре.

Күп илауҙан миләш-һылыуҡайҙың

Ҡан һауғандай ҡыҙыл күҙҙәре.

 

Ҡыҙыл ялҡын теле ялмағанмы –

Гөлтләп ҡабынғандай уҫаҡтар.

Тик берәү ҙә йылыналмаҫ унда –

Алдыҡ һөйөү ише усаҡта.

 

Һуңғы сәләм биреп болғағандай

Һорғолт ҡул суҡтарын сағандар.

Һары тәңкәләрен ергә һипкәс,

Ҡотһоҙ булып ҡайын ҡалғандай.

 

Көҙ һарыһы йоҡҡан ағастарым

Шәрә килеш инер ҡышына.

Өҙөлә лә япраҡ, бер йыр булып,

Шиғырыма минең ҡушыла...

 

Фото: vk.com

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас в