-18 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
25 Сентябрь , 09:30

Күңелемдең көҙҙәр кеүек тамам тулышҡан сағы...

 

Баҡсалағы миләштәргә

Утлы мәрйен элеп ҡуйған.

Алтын келәм туҡып йәйгән,

Эй, был көҙ бигерәк уңған!

 

Алмағаста яңғыҙ алма

Тулышҡан да һутлы балға,

Бәүелсәктә бәүелгәндәй,

Ҡурҡып тора ҡойолорға.

 

Көҙ буяуын йәлләмәгән,

Һөрмә тартҡан ағастарға.

Ҡош  юлынан һуҡмаҡ һалып,

Ҡыр ҡаҙҙарын теҙгән сафҡа.

 

Болот ябып ҡуйынына

Йәшергән ҡояш усағын.

Ә күңелдәр көҙҙәр менән

Илһамға ҡойондо тағын.

 

Альбина МУЛЛАҒОЛОВА.

Фото: dog.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас в