-10 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
25 Сентябрь , 23:10

Көҙгө ямғыр

Шыбыр-шыбыр ямғыр яуа

Илай тәҙрә өлгөһө.

Һағындырып килдең ямғыр,

Көҙҙәремдең көҙгөһө.

  

Һары япраҡ осоп килеп,

Ҡунды илаҡ өлгөгә.

Тамсы хәлен уртаҡлашты

Көҙ һағышын белгәнгә.

  

Көлә-көлә килгән көҙгә

Ямғыр өҫтәй һағышын.

Хушлашалар күсер ҡоштар

Һанап ҡанат ҡағышын...

Зәйтүнә ТҮЛӘБАЕВА.

Фото:  vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас в