"Берүк һуғыш сыҡмаһын",
Әйтер ине шулай өләсәй.
"Һуғыш ҡына булмаһын",
Ҡат-ҡат ҡабатланы әсәй.
Ул саҡтарҙа балалыҡтан,
Беҙ аптырап ҡала инек –
Ниндәй һуғыш, ул ҡайҙан
Килеп сығырға тейеш?!
Бөгөн килеп күҙ йәштәре
Тәгәрләп төшә биттән...
...Китәләр егеттәребеҙ...
Юҡ шул, юҡ сара бүтән...
Иртә - кисен ҡабатлайым:
Улдарыбыҙ булһын иҫән,
Улдарыбыҙ булһын иҫән,
Улдарыбыҙ булһын иҫән...
Иртә-кисен ҡабатла һин:
Улдарыбыҙ булһын иҫән,
Улдарыбыҙ булһын иҫән,
Улдарыбыҙ булһын иҫән.
Фото: vk.com