-18 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
27 Сентябрь , 13:30

Туҡтап ҡалдыҡ...

 

Тормош булғас, була инде тиеп,

Үпкәләшеп йәки ярашып,

Донъя көтә инек, күрше - күлән,

Бер - беребеҙ менән ярышып.

 

Матур йәшәй инек... Ауылыбыҙҙа

Һыҙылып ата ине ал таңдар...

Балалар ҙа, ейәндәр ҙә янда,

Саҡырышып дуҫтар, туғандар.

 

Бөгөн тормош ҡапыл туҡтап ҡалды.

Әллә ерем үҙе сайҡалды?

Мобилизация тигән ҡурҡыныс һүҙ

Йөрәктәргә ауыр шом һалды...

 

Һуғыш һүҙе әле әйтелмәне,

Тик күңелдәр һиҙә: был һуғыш!

Киткәндәр бит теүәл генә ҡайтмаҫ...

Тирә яҡты баҫты моң - һағыш.

 

Үткән һуғыш алыҫ ҡалһа ла бит,

Беҙҙең күңелдәрҙә эҙе бар –

Яра булып унда урын алған

Атай, әсәй күргән ҡайғылар...

 

...Һәр бер әсә доға ятлай бөгөн

Имен булһын, тиеп уланы...

Тәбиғәт тә шуны аңлағандай,

Иланы ла бөгөн иланы...

Сәкинә ТОТМАНОВА.

Фото:  vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас в